Ҡотҡарыусылар 11 йәшлек малайҙың һәм ике ҡатындың кәүҙәһен тапҡан. Төндә сыҡҡан ҡот осҡос янғында урамда ҡалған зыян күреүселәр һыуыҡтан күрше йорттағы 51 мәктәптә урынлашып торорға мәжбүр булған.Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Ҡот осҡос янғын шаһиты булған Ришат Сөләймәнов төнгө ваҡиғаны яҡшы хәтерләй. Йоҡлап ятҡан ир фатир буйлап өс бесәйҙең тәртипһеҙ рәүештә сабыуына уяна. Йорт хайуандары бәлә яҡынлашҡанын һиҙеп ҡайҙа ҡасырға белмәгән. Бесәйҙәрҙең береһен генә тотоп өлгәргән ир төтөн ҡаплаған коридор аша урамға сығып өлгөргән.
Ришат Сөләймәновтың был ваҡытта ҡатыны өс айлыҡ балаһы менән дауаханала булып ҡала. Аҫҡы ҡаттан күтәрелгән төтөн эсенән сабыйҙы ҡотҡарып өлгөрөп булмаҫ ине, тип билдәләй зыян күреүсе. Үкенескә ҡаршы, ошо уҡ ҡатта йәшәгән өс кеше тонсоғоп һәләк булған. Утта ике ҡатындың һәм бер баланың ғүмере өҙөлгән.
Янып, көл-күмергә әйләнгән фатир күршеләре шаңҡыу хәлендә. Ғаилә бүлмәһенән сыға алмайынса, ҡотҡарыусыларҙы көткән. Тик тәҙрә янында ағастар үҫеү сәбәпле, янғын һүндереүселәр Бәҙретдиновтарға ярҙам итә алмаған. Ут ҡапҡанына эләккән ғаилә бүлмәһендә таңға тиклем янғын һүнгәнен көткән.
Шаһиттар әйтеүенсә, Ферин 1 кәсер 2 йортонда янғын сығыу осрағы тәүге тапҡыр ғына теркәлмәгән. Туғыҙ ҡатлы дөйөм ятаҡта спиртлы эсемлектәр ҡулланып тәмәке тартырға яратыусылар күп. Был осраҡ буйынса тикшереү башланған. фараз буйынса, ут сығыуҙа ғәйеплеләр янғындан ҡотҡарылыуы, уларҙың ҡулға алыныуы билдәле.
Флорида Ким




