Шаран районының Йәштәр үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар спорт фестивале уҙҙы

Ҡатын-ҡыҙҙар ярышты. Шаран районының Йәштәр үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар спорт фестивале уҙҙы. Гүзәл заттар ике командаға бүленеп төрлө һынауҙар аша үтте. Марафон «Еңел атлетика», «Өйҙәге тәртип» һәм башҡа ҡыҙыҡлы эстафеталарҙан торҙо.

Капитандар «Ғаилә» кроссвордын систе. Фестивалдә ҡатнашыусыларға райондың ҡатын-ҡыҙҙар советынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.

Фото №1 - Шаран районының Йәштәр үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар спорт фестивале уҙҙы

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ