Өфө ҡалаһы хакимиәте Армавир урамында торлаҡ комплексы төҙөлөшөнә бирелгән рөхсәтте ғәмәлдән сығарҙы

Был турала мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Сәбәп төҙөлөш ойошмаһының башланғыстағы проекттан тайпылыуына бәйле. Компания 6 ҡатлыҡ йорттар урынына 27 ҡатлыҡ бейек биналар күтәрә башлаған.

Бынан тыш, йорттарҙы машина урындары менән тәьмин итеү тураһында рөхсәтте аныҡланмаған, физкультура һәм балалар майҙансыҡтары ла биләмәнең ситендә планлаштырылған. Армавир урамындағы күп ҡатлы торлаҡ йорт комфорт класлы итеп төҙөлдө. Әммә уны күтәреүгә ҡаршы күрше йорттарҙа йәшәүсе халыҡ ҡаршы сыҡты.

1 мартта Башҡортостан башлығы девелоперҙарҙың ҡала төҙөлөшө нормаларын тупаҫ боҙоуына миҫал булараҡ объектта эштәрҙе туҡтатырға ҡушты.

Фото №1 - Өфө ҡалаһы хакимиәте Армавир урамында торлаҡ комплексы төҙөлөшөнә бирелгән рөхсәтте ғәмәлдән сығарҙы

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ