Дим биҫтәһендә урынлашҡан мәктәпкәсә учреждение 2019 йылда файҙаланыуға тапшырылғайны. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса подрядсы ойошма килешеү шарттарын үтәмәгән, балалар баҡсаһының проекттағыһына тап килеүе тураһында Торлаҡ һәм төҙөлөш буйынса дәүләт инспекцияһының рәсми һығымтаһы булмаған.
Шуға ҡарамаҫтан Башҡортостан капиталь төҙөлөш идаралығының яуаплы етәкселәре башҡарылмаған эштәрҙе раҫлап 200 миллион һум аҡса түләү тураһында ҡарарҙы раҫлаған һәм объектты ҡабул иткән. Әле балалар баҡсаһы бикле. Енәйәт эше «вазифанан файҙаланыу» статьяһы буйынса ҡуҙғатылған.
Иван Полежаев, Өфө ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы
Фактически же указанные работы выполнялись по договору генерального подряда ооо строительной компании пром энерго. не смотря на то, что работы небыли выполнены, заказчик заплатил подрядчику.
Рафиҡ Әхмәтшин




