ЮХХДИ идаралығы инспекторҙары Өфөнөң Октябрь районында рейд ойошторҙо

Уның барышында мәктәп автобустарын хеҙмәтләндереү, юл билдәләре һәм балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен хәл итеү мөмкинлеге асыҡланды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Нуғай ҡасабаһының 147-се мәктәбендә дәрестәр тамам. Тирә-яҡ ҡасабаларҙа һәм микрорайондарҙа йәшәгән уҡыусылар мәктәп автобусын көтә. Оҙаҡ та үтмәй балалар тигән махсус билдә ҡуйылған автобустар уҡыусыларға килеп тә етә.

Беҙ балаларҙы махсус расписание буйынса йөрөтәбеҙ. Иртән мәктәпкә килтергәндә бында алма төшөрлөк тә урын булмай. Күреүегеҙсә, туҡталҡа тулы еңел автомобилдәр. Һәр ата-әсә балаһын мәктәптең ишек төбөнә еткереп тигәндәй ҡалдырып китергә тырыша. Беҙ уларҙың үткәнен көтөп ултырырға мәжбүрбеҙ.

Александр Дунюшкин, водитель

Юл тар, туҡталыштар ҡарҙан таҙартылмай. Үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ, балалар тубыҡтан ҡарға батҡан.

Леонид Бочкарев, водитель

Юл боролоштарында ҡар өйөмдәре күренеште ҡаплай, ҡаршы һыҙаттан хәрәкәт иткән транспортҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Мәктәп автобусынан төшкән бәләкәй пассажирҙар ҡар өйөмдәре аша, ҡаршыға килгән транспорт алдынан үтергә мәжбүр була.

Нуғай ҡасабаһы урамдарында йәйәүлеләргә тротуарҙар ҡаралмаған. Ә ҡыш ҡар күп яуған осорҙа автомобиль йөрөгән урамдар ғәҙәттәгенән тарая, транспорт һәм йәйәүлеләр хәрәкәтенә ҡамасаулай.

Бурандарҙан һуң юлдар насар таҙартыла. Беҙҙең 28-cе кварталға ҡар этәгес күп ваҡытта килеп етмәй. Минең мәктәп йәшендәге балалар автобустан төшөп ҡалғас, ҡар баҫҡан автомобиль юлынан өйгә ҡайта.

Гөлнара Муллағәлиева, водитель

Юл торошона Октябрь районы хакимиәте башлығының алыҫ биләмәләр менән эшләү бүлеге етәксеһе аңлатмаһы:

Баш ҡаланың Октябрь районында барлығы утыҙ туҡталыш урынлаштырылған. Микрорайондар йылдам үҫешкәс, яңыларын ҡуйыу ҙа көн ҡаҙағында. Нуғай, Жилин һәм Зинин ҡасабаһы юлдарында тәртип булдырыу, транспорт хәрәкәтенә уңайлыҡтар өсөн йәйәүлеләргә тротуарҙар төҙөү проекты ла яҡын киләсәктә ыңғай хәл ителер тип күҙаллана.

Фото №1 - ЮХХДИ идаралығы инспекторҙары Өфөнөң Октябрь районында рейд ойошторҙо
Выборы 2026

 Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ