Коронавирус пандемияһы ихаталар һанын ҡыҫҡартҡан

 Кумертау ҡалаһында «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндереләсәк өс ихатаның икеһе генә ремонтланған. Һөҙөмтәлә 35 миллион һумға 9 күп ҡатлы йорттоң ишек алды яңы төҫ алған.

«Башҡортостан ихаталары» программаһына ярашлы төҙөкләндереү эштәренә аҡса төрлө кимәл бюджеттан тупланырға тейеш. Күмертауға иһә республика ҡаҙнаһынан 33 миллион һум аҡса бүленгән. Урындағы бюджеттан 1 миллион 7 йөҙ мең һум бирелһә, ҡалған 3 йөҙ меңен йортта йәшәүселәр йыйған. Был аҡсаларға юлдар асфальтланған, парковка урындары булдырылған, ут, видеокүҙәтеү селәтрҙәре үткәрелгән һәм балалар майҙансығы ойошторолған.

Кумертау ҡалаһы республика программаһына оҡшатып үҙ проектын да башлаған. Ихаталарҙы урындағы бюджет, йортта йәшәүселәр һәм эшҡыуарҙар иҫәбенә төҙөкләндерергә хәл ителгән. Бындай тәжрибә Башҡортостанда тәүгә. 2019 йылдан алып Күмертауҙа 12 ихатала комплекслы ремонт башҡарылған.

Фото №1 - Коронавирус пандемияһы ихаталар һанын ҡыҫҡартҡан

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ