Мәктәпкәсә учреждение 2018 йылда төҙөлә башлай. 2019 йылда төп эштәр тамамлана. Капиталь төҙөлөш идаралығы бының өсөн аҡса түләй. Былтыр май айында баҡсаны техник асыу була һәм төҙөлөш-монтаж эштәрендә етешһеҙлектәр табыла. Бынан һуң уларҙы бөтөрөү процесы башлана. Бөгөн 260 балаға иҫәпләнгән обьектта был эштәрҙе тамамлағандар. Проект документына үҙгәрештәр ҙә индерелә. Балалар баҡсаһын йәйгә тиклем сафҡа индереү планлаштырыла.






