Радий Хәбиров был миҙгелдә эште дөрөҫ ойоштороу, шулай уҡ мобиль ҡуштымталарҙы әүҙем файҙаланыу кәрәклеге тураһында белдерҙе.
Башҡортостанда юл соҡорҙарын ямауҙа 10 миллиард 100 миллион һум үҙләштерелгән. Ремонт өсөн бөтә район һәм ҡалаларға бер тигеҙ сумма бүленгән. Әммә 40-тан ашыу муниципалитет ҡына аҡсаны тулыһынса үҙләштерә алған. Юл соҡорҙарын ямауҙан ҡалышҡан төбәктәргә аҙна аҙағына тиклем мәсьәләне хәл итеү бурысы ҡуйылды.






