Юлаевсылар Силәбелә майҙан хужаларын 3-кә 0 иҫәбенә еңеп, серияла 3-кә 1 иҫәбенә алға сыҡты. Хоккей эксперты Дмитрий Цыбин команданың барлыҡ линияла ла юғары кимәлдә уйынын билдәләй.
Иртәгә Өфөлә бишенсе уйын үтә. Серияла 4 еңеү яулаған команда конференция ярымфиналына сыға.




