Бөгөн ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә мэр Сергей Греков шулай тип белдерҙе. Был эш бер аҙна эсендә тамамланырға тейеш. Өфөлә йорттар төҙөлөшөнә 162 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән, һәр береһе тикшереләсәк. Күптән түгел Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала властарына Армавир урамында төҙөлә башлаған объектты тикшерергә ҡушты. Төҙөүсе унда 27 ҡатлы йорт һалырға теләгән, ә был биләмәлә аҙ ҡатлы йорттар ғына төҙөргә ярай. Компанияның рөхсәт ҡағыҙы тартып алынған.






