Проект дәүләт тикшереүе үткән. Уны ғәмәлгә ашырыу 778 миллион һумға баһалана. Был сумманың 250 миллионын федераль бюджет бүлә, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығынан. Әлеге бинала ремонт яһала, шулай уҡ 4 ҡатлы яңы корпус төҙөлә. Эштәр 2024 йылға тамамланырға тейеш. Алдағы йылдарҙа шулай уҡ Рус драма театры һәм Дәүләт циркы биналарын ремонтлау планлаштырыла.






