Республика башлығы Өфөнөң КВН командалары менән осрашыуҙа был йүнәлешкә иғтибар артасаҡ тине. Башҡортостан командаһына Сочиҙа халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыуҙа ярҙам буласаҡ. Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан Шаяндар һәм тапҡырҙар уйынын уҙғарыу планлаштырыла, тине Радий Хәбиров. КВНдың билдәле уйынсыһы, телевидение алып барыусыһы Сангаджи Тарбаев уны ойоштороуҙа ярҙам вәғәҙәләгән.






