Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Әле юл яны объекттары төҙөлөшө өсөн ер биләмәләре билдәләнә. Был эште ай аҙағына теүәлләү планлаштырыла. Исемлектә 500 участка була. Уларҙың һәр береһе тураһында мәғлүмәттәр Республика инвестиция порталында урынлаштырыла. Башҡортостанда юл яны объекттары - кафе, ҡунаҡханалар, яғыулыҡ станцияһы, ремонт урындары һанын ике тапҡырға арттырыу маҡсаты ҡуйылған.






