Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты йылға йомғаҡ яһаны. 2020 йылда 3 миллиард 100 миллион долларға тауар сит илгә һатылған. Уның байтаҡ өлөшө сеймал һәм энергетика булмаған экспортҡа тура килә. Беҙҙең республика Ҡытай, Латвия, Ҡаҙағстан, Беларусь, Корея, Нидерландтар һәм башҡа илдәргә тауар һатҡан. Бының өсөн экспортерҙарға дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелгән.






