Башҡортостанда контроль-касса аппаратын ҡулланмаған өсөн штраф һалына. Автобуста банк картаһын ҡабул итмәгәндә, һалым хеҙмәте йәки Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт итергә була. Хатты почта йәки интернет аша ебәрергә мөмкин. Республикала йәмәғәт транспортында контроль-касса аппаратын ҡулланыу буйынса рейд үтә.






