Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 132 кешегә артҡан.
Бөгөн стационарҙарҙа 308 пациент дауалана, уларҙың 20-һе ауыр хәлдә. Тағы ла 5200 кеше Ковид-19 вирусына ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 129 сирле һауығып сыҡҡан, яңы инфекциянан ике үлем осрағы теркәлгән.




