Бөтә көстәр район-ара юлдарҙы таҙартыуға йүнәлтелгән. Баймаҡ юл хужалығы предприятиеһы ҡатмарлы һауа шарттарында көсөргәнешле эш тәртибенә күсерелгән. Хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙартыу менән мәшғүл. Ҡала эсендә – 9 берәмек техника эшләһә, 21 автомашина район-ара юлдарға сыға.
Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн буран ҙур бәләгә әүерелә. Әҙ генә иҫкән ел юлдарҙы ҡар өйөмө менән ҡаплай.Урында йәшәүселәр эшкә, уҡыуға тотҡарлыҡһыҙ йөрөһөн өсөн төп көс урамдар араһын, туҡталыштарҙы таҙалауға йүнәлтелгән.
Торлаҡ фонды менән идара итеү кампанияһы хеҙмәткәрҙәре күп фатирлы йорттар араһын, подъездарҙан сығыу урынын, уйын майҙансыҡтары һәм автомобиль туҡталҡалары биләмәләрен ҡарҙан таҙартыуға бар көсөн һала. Был маҡсатта идара итеү кампанияһы техникаһынан тыш, ярҙамға тағы ла ,,Цезарь,, ойошмаһының ҡар таҙалаусы машиналары йәлеп ителгән.
Ауылдарҙа иһә юл таҙартыу эшендә урындағы халыҡ ҙур әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән,Йәрмөхәмәттән Ғибәҙулла Хәлиуллин ярҙамы менән ауылдың юлы һәр саҡ асыҡ, таҙа. Ярат һәм Ғүмәр ауылдары юлдарын таҙартыуҙы Зөлфәт Ҡарамурзин үҙ өҫтөнә алған. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бурандар әле буласаҡ. Шуның өсөн дә белгестәр оҙон юлдарға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Раушания Рәхимова






