Бөгөн баш ҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың яҙғы форумы һәм «Төҙөкләндереү. Уңайлы мөхит», «Инженер селтәрҙәр», «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәләре эш башланы. Өс көн дауамында барасаҡ сара тәүге тапҡыр ҡатнаш форматта үтә. Йәғни, унда ҡатнашыусылар офлайн һәм онлайн режимда ла осрашыуҙар уҙғара ала.
Форумда тармаҡты үҫтереү, һанлы форматҡа күсереү һәм энергияға һаҡсыл технологиялар индереү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Шулай уҡ юғары әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итеү һәм хеҙмәт көсөн арттырыу һорауҙары ла күтәреләсәк. Тап яңыса алымдар ҡулланып ҡына торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңы кимәлгә сығарырға мөмкин, ти белгестәр.
Халыҡ уңайлы һәм төҙәк мөхиттә йәшәргә тейеш. Башҡортостан былтыр уңайлы ҡала мөхите күрһәткестәре буйынса 21 урындан 8-се гә күтәрелгән.
Айнур Кәбиров




