Кумертау авиация предприятиеһы Ка-32 вертолетын модернизациялауҙы тамамлаған

Янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән вертолеттҡа яңы электрон ҡорамалдар һәм ҡеүәтле двигатель ҡуйылған.

Утҡа ҡаршы көрәш системаһы ла импортҡа алмаш булараҡ Күмертау заводында эшләнгән. Быға тиклем ул сит илдән һатып алынған һәм өс тонналыҡ һыу багы менән йыһазландырылған булған. Хәҙер вертолет һыуҙы бер тоннаға күберәк ала һәм уны һибеү һанлы технология менән идара ителә.

Яңыртылған осоу аппараты үткеһеҙ урындарҙа ла янғындарҙы һүндереү мөмкинлеге бирә. Тиҙҙән ул «МАКС-2021» авиасалонында күрһәтеләсәк. Предприятие өсөн яңыртылған вертолеттар көрсөктән сығыу сараһы. Бөлгөнлөккә төшә барған авиация заводы былтыр эштәрҙе яйға һалып 49 процентҡа етештереү ҡеүәтен арттырған.

Бөгөн предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй. Әле ете вертолет йыйыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Уларҙың өсәүһе Рәсәйҙә ҡалһа, дүртәүһе тышҡы баҙарға иҫәпләнгән. Шул иҫәптән модернизацияланған Ка-32 янғын һүндереү вертолетын Башҡортостан аласаҡ. Яңы техника сығарыу менән бер рәттән төҙөкләндереү ҙә алып барабыҙ. Әле 16 вертолет хеҙмәтләндереү үтә.

Николай Фролов, Күмертау авиация-етештереү предприятиеһының идара директоры
Фото №1 - Кумертау авиация предприятиеһы Ка-32 вертолетын модернизациялауҙы тамамлаған

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ