Яҙғы ташҡын ваҡытында Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында һыу кимәленең ғәҙәттәгенән 10 процентҡа кәмерәк булыуы күҙаллана.
Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт йортонда уҙған Республика яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында гидрометеоролгтар белдерҙе. Йыйылышта гидротехника ҡоролмаларын әҙерләү, оло һыуҙы аварияһыҙ үткәреү сараларын хәстәрләргә ҡушылды. Көндәр ҡапыл йылытмаһа, хәүеф ҙур түгел, ти белгестәр. Ташҡындың нисек килере 25 мартта билдәле була.
Рәмилә Исмәғилева






