Көн элгәре Башҡортостандың баш ҡалаһында күпме кеше йәшәгәнлеге билдәле булды. Был хаҡта Өфө Хакимиәтендә белдерҙеләр.
2017 йылда халыҡтың тәбиғи артымы +2 370, ә миграция +3 000 тәшкил иткән, тип билдәләп үттеләр Администрацияла. Ҡала халҡы тағы ла 5 000 кешегә артҡан.
Шулай итеп, быйылғы йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә халыҡ һаны 1 131 000 кеше тәшкил иткән. Прогноздарға ҡарата был һан байтаҡҡа күберәк булыуын йәшермәйҙәр хакимиәттә.





