Оҙайлы ауырыуҙан һуң, Башҡортостандың халыҡ артисы Валерий Гриньков арабыҙҙан китте

Рус дәүләт академия драма театры актерына 30 март 72 йәш тулыр ине. Өс тиҫтә йыл ашыу эсендә ул алтмышлаған роль башҡара. Валерий Данил улы менән хушлашыу тантанаһы Өфөлә үтте.

Был видеояҙма сираттағы театр миҙгелен ябыу тантанаһынан. Рус драма театры Валерий Гриньков исеме менән айырылғыһыҙ бәйле. Әйтерһең дә, гел шулай булыр кеүек ине, ти ҙур юғалтыу кисергән артистар. Туғандары, коллегалар һәм театр һөйөүселәр бар ғүмерен ижадҡа бағышлаған Валерий Данил улы менән хушлашырға йыйылды.

Мин театр курсы студенты булғанда уҡ ҙур сәхнәлә беренсе тапҡыр сығыш яһау, уның менән бер спектаклдә уйнау мөмкинлеге тейҙе. «13-сө һан» пьесаһын сәхнәләштереүҙә мине генә түгел, күптәрҙе ғүмерҙең һәр мәлен ҡәҙерләргә өйрәтте.

Рөстәм Ғайсин, Рус дәүләт академия драма театры актеры

«Артабан нимә булырын әйтеүе ауыр», – ике ай элек ижадташ дуҫы, Рус драма театрының баш режиссеры Михаил Рабиновичты һуңғы юлға оҙатҡанда Валерий Гриньковтың әйткән һүҙҙәре. Күп тә үтмәй, ғинуар аҙағында, «Иҫке йорт» спектакленән һуң, Башҡортостандың халыҡ артисы ҡаты сирләй. Һәр ролен башҡарғанда геройҙың хис-тойғоларын тәрән кисерергә, психологияһын аңларға тырышты, ти уның хаҡында коллегалары.

Бар иғтибарҙы үҙенә йәлеп итергә яратмай ине, ләкин барыбер һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, сөнки ул - шәхес. Кешеләр уны шаярта белеүе, дөрөҫ иҫкәрмәләре өсөн яратты. Аҡыллы һәм ипле, ғөмүмән, кешелек сифаттарына бай булды.

Ольга Лопухова, Башҡортостандың халыҡ артисы

Валерий Гриньков 1949 йылда Свердлов өлкәһендә тыуа. Талдыҡорған, Рубцовск, Семипалатинск театрҙарында эшләй. 1989 йылда Валерий Данил улы Рус академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Был ваҡыт эсендә Өфө театры сәхнәһендә 60-тан ашыу роль башҡара. Оҙаҡ йылдар теле һәм радио алып барыусыһы булып та эшләй.

БСТ каналында ул рус телендә сыҡҡан Тәмле, Өфө тракты һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып бара. Бынан тыш, бер нисә художестволы фильмда ла төшә. 2004 йылда Валерий Гриньковҡа театр сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн республиканың атҡаҙанған, ә инде ун йылдан һуң, Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелә.

Башҡортостандың халыҡ артисын һуңғы юлға алҡыштар менән оҙаттылар. Валерий Гриньков Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде.

Фото №1 - Оҙайлы ауырыуҙан һуң, Башҡортостандың халыҡ артисы Валерий Гриньков арабыҙҙан китте
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ