«Һөт кухня»һында асыҡ ишектәр көнө үтте

Балалар өсөн продукция етештереүселәр сифат һәм тәм өлкәһендә эшмәкәрлектең граждандарға асыҡ һәм яҡын булыу сәйәсәте яҡлы. Күп балалы әсәләр ҡатнашлығында үткән сара хаҡында тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Заман әсәйҙәре балаларын тәмле һәм сифатлы һөт ризыҡтары менән туҡландырыу мәсьәләһенә етди ҡарашта. Айырыуса ҡала шарттарында йәшәүселәрҙе улар ҡулланған һөт аҙыҡтарының сифаты борсой. Шик тыумаһын өсөн, « Һөт кухняһы» әсәләргә асыҡ ишектәр көнө ойошторҙо. Күп бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар етештереү цехтарында эш барышын үҙ күҙҙәре менән күрҙе, продукция тәмләп тә ҡараны.

Эскурсияла ҡатнашыусыларға һөт продукцияһын етештереү процессында сеймалдың етди лаборатор тикшереү үтеүе, уларҙы фасовкалау процессы күрһәтелде. Капиталь ремонттан һуң был цехтарҙың етештереү ҡеүәте лә артҡан, тәүлегенә 5 тоннаға яҡын һөт продукцияһы етештерелә. Мәскәүҙә юғары белем алған йәш технолог Башҡортостанға ҡайтып, һөнәре буйынса уңышлы эшләй.

«Һөт кухняһы» Өфөлә, Өфө, Иглин, Благовещен райондарында йәшәгән ярты йәшлектән алып өс йәшкә тиклем балаларға бушлай таратыла. Бында етештерелгән продукцияны ҡала халҡы ҡуллана алһын өсөн баш ҡала магазиндарына ла оҙатыла.

Дегустация өҫтәлендә йогурттарҙың дүрт төрө күрһәтелгән. Улар бөтәһе лә һөт кухняһында етештерелә. Тиҙҙән йод менән байытылғаны сығарыласаҡ. Был ризыҡты ҡулланғанда һөт продукцияһы составындағы йодты һәр организм үҙенә етерлек кимәлдә үҙләштерә, ти белгестәр.

«Бөгөнгө асыҡ ишектәр көнө бушлай продукция алған күп балалы ғаиләләрҙән тыш, был сифатлы һәм файҙалы продукцияны ҡулланыусылар, яҡын киләсәктә һатып алыусыларыбыҙға әүерелеүсе граджандар менән таныштырыу сараһы ла булып тора, тип билдәләне Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Бушлай беҙҙең продукция менән ҡулланған ата-әсәләрҙең күпселеге һөт ризыҡтарын һатып алыу теләген дә белдерҙе. Уларға беҙ мөмкинлек булдырасаҡбыҙ. Сифатлы һөт аҙыҡтарын таратыу пукттарында һәм 15-ләгән сауҙа үҙәктәрендә һатып алырға була

Алексей Гусев, башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры

2019 йылда Республика Башлығы ярҙамында Стәрлетамаҡтан башланған проекттың бөгөн республикала 7 етештереү пункты бар. 100 таратыу урыны 26 меңдән ашыу баланы бушлай һөт продукцияһы менән тәьмин итә.

«Һөт кухняһында» ойошторолған бөгөнгө сара Башҡортостанда етештерелгән продукцияға ышанысты арттырыға булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Фото №1 - «Һөт кухня»һында асыҡ ишектәр көнө үтте

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ