Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа административ ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында ҡанунға үҙгәрештәр проектын ҡарай. Документта бәлиғ булмаған балаларға углеводород газлы тауарҙар һатҡан граждандар өсөн 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә 20-25 мең, юридик шәхестәргә 30-40 мең һум аҡсалата яза тәҡдим ителә. Шыйығайтылған газ һатыуҙы сикләү һәм ҡағиҙә боҙған өсөн штраф индереү тураһындағы закон үҫмерҙәр араһында токсикоманияға ҡаршы тороуға йүнәлтелә.






