Был турала Республика менән идара итеү үҙәгенән белдерәләр. Туймазы ҡалаһын “Көнсығыш” биҫтәһе менән тоташтырыусы күпер 2018 йылда төҙөлә башлаған. Бер йылдан һуң уны сафҡа индереү өсөн өҫтәмә эштәр башҡарыу һәм сығымдар кәрәк булыуы асыҡланған. Хәҙер обьектта эш территориаль заказ буйынса алып барыласаҡ.






