Ҡалалағы 3-сө башҡорт гимназия-интернаты проекты Башҡортостан Башлығы грантына эйә булды. Был аҡсаға “Житель” тигән милли мәктәп театр студияһы булдырыла. Бында уҡыусылар һәм уҡытыусылар башҡорт һәм рус телендә спектаклдәр ҡуя. Проектҡа ярашлы бөгөн гимназия-интернатында әҙәби тәржемә буйынса оҫталыҡ дәресе үтә. Унда танылған яҙыусылар һәм тәржемәселәр ҡатнаша. Уҡыу йорто директоры Ғәлиә Ғүмәрова һөйләй.




