Башҡортостан ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса илдә тәүгеләр рәтендә

Фото №1 - Башҡортостан  ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса илдә тәүгеләр рәтендә

Башҡортостан яңы барлыҡҡа килгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны буйынса илдә өсөнсө йыл рәттән лидер булып тора. Былтыр республикала 52 яңы кооператив асылған һәм 2 мең 147 пайсы булған. Йыл аҙағына Башҡортостанда барлығы 356 кооператив һәм 6 меңдән ашыу пайсы теркәлгән. Ауыл хужалығы өлкәһендә компетенциялар үҙәге улар менән әүҙем хеҙмәттәшек итә. Әҙер продукцияны сауҙа селтәрҙәренә сығарыуҙа, килешеүҙәр төҙөүҙә ярҙам күрһәтә, консультация эше алып бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ