Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, ағымдағы йылдың ике айында юл-транспорт ваҡиғаларында 7 бала һәләк булған, 19-ы төрлө йәрәхәттәр алған. Ведомство өлкәндәрҙе автомобилдә балалар йөрөткәндә үтә лә иғтибарлы булырға, уларҙы юл ҡағиҙәләренә ныҡлап өйрәтергә саҡыра. Өлгөнө тәү сиратта үҙеңдән башларға кәрәклеге тураһында иҫкәртә.






