Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин шул турала белдерҙе. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү – республикала ҙур һәм ҡеүәтле фәнни-тикшеренеү үҙәге булдырырға мөмкинлек бирә. “Дәүләт программаһында ҡатнашып, финанслауҙы икеләтә арттырырға була”, - тине Александр Сидякин.
Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү өсөн 2-3 йыл ваҡыт кәрәк. Фәнни-тикшеренеү үҙәге республиканың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ыңғай йоғонто бирә, тигән фекерҙә эксперттар.




