Башҡортостанда инвестиция йәлеп итеү буйынса ыңғай күрһәткес һаҡлана

Фото №1 - Башҡортостанда инвестиция йәлеп итеү буйынса ыңғай күрһәткес һаҡлана

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Ул Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы коллегияһы ултырышында сығыш яһаны. Былтыр 366 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, был сумма уҙған йылдағынан күберәк. Ауыл хужалығы тармағында ла ыңғай күренеш булған. Тулайым тауар күләме 2019 йыл менән сағыштырғанда артҡан. Иҡтисадты артабан үҫтереү йүнәлешендә эшләргә кәрәк, әммә артыҡ аҡса сарыф итмәҫкә тейешбеҙ, тип белдерҙе Андрей Назаров.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ