Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 50-нән ашыу хеҙмәт алдынғыһын бүләкләне

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 50-нән ашыу хеҙмәт алдынғыһын бүләкләне

“Йөрәгемде балаларға бирәм”. Өфөләге 4-се урта мәктәп уҡытыусыһы Лилиә Кәримова шулай ти. Ул 40 йылдан ашыу ғүмерен педагогия өлкәһенә арнаған. Әле директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, татар теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Бөгөн Лилиә Ғәлинур ҡыҙына “Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем тапшырылды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 50-нән ашыу хеҙмәт алдынғыһын бүләкләне

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 50-нән ашыу хеҙмәт алдынғыһын бүләкләне. Улар ил үҫеше өсөн тос өлөш индергән шәхестәр. Награда алыусылар араһында республика һәм Өфөнөң баш раввины Дан Кричевски ҙа бар. Ул Халыҡтар Дуҫлығы орденына лайыҡ булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 50-нән ашыу хеҙмәт алдынғыһын бүләкләне

Бөгөн беренсе тапҡыр Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы исеме тапшырылды. Мәртәбәле бүләккә “Вечерняя Уфа” газетаһы баш мөхәррире Вячеслав Голов һәм билдәле журналист Мәүлиҙә Яҡупова лайыҡ булды.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ