Рәсәй Президенты указына ярашлы, субсидия яңыса иҫәпләнә һәм ғаилә килеменә ҡарап билдәләнә. Субсидия 3 йәштән 7 йәшкәсә балалары булғандар өсөн тәғәйенләнә. Ҡайһы бер ғаиләләргә йәшәү минимумының 50 проценты, икенселәренә – 75 йәки 100 проценты түләнә. Субсидия 1 ғинуарҙан бирелә. Уны ҡайтанан иҫәпләү өсөн 1 апрелгә тиклем ғариза биреп өлгөрөргә кәрәк.






