Киләсәк экологияһы һәм тотороҡло үҫеш

Фото №1 - Киләсәк экологияһы һәм тотороҡло үҫеш

Бөгөн Өфөлә Экология форумы үтә. Эшлекле программала ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, таҙа һыу һәм һауа, яңы технология темалары буйынса секция ултырыштары үтә. Тирә-яҡты һаҡлау һәм экологик белем биреү мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, балалар баҡсаһынан дөрөҫ экологик тәрбиә биреү мөһим.

Киләсәк экологияһы һәм тотороҡло үҫеш

         Форум барышында “Экология һәм технология” тигән күргәҙмә эшләй. Унда төрлө төбәктәрҙән ойошмалар ҡатнаша. Яҡташыбыҙ, әле Ханты-Мансы автономиялы округында йәшәгән Миҙхәт Хәсәнов экологик проекттар авторы. Ул Башҡортостанда ла тәбиғәтте ҡурсалау буйынса әүҙем эш алып бара.

Киләсәк экологияһы һәм тотороҡло үҫеш

         Форум барышында халыҡҡа икенсел сеймалды ҡабул итеү акцияһы ойошторола, ҡалдыҡтарҙан эшкәртелгән кейем дефилеһы уҙа, шулай уҡ экодәрестәр үткәрелә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ