11 март ансамбль өсөн тарихи дата иҫәпләнә. Теүәл 82 йыл элек данлы балейтмейстр Фәйзи Ғәскәров республикала бейеү коллективын ойоштора. Быйыл ғәскәровсылар Рәсәйҙең иллегә яҡын ҡалаһында сығыш яһарға йыйына. Гастролдәр барышында оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҙа күҙаллана. Ансамбль солисы Миләүшә Хәйбуллина.
Ансамбль репертуарын байытыу йүнәлешендә эшен дауам итә. Яңы өйрәнелгән хореографик композициялар араһында Йәмилә Бикбаеваның “Быуындар сылбыры” һәм Риф Ғәбитовтың “Ғәйнә башҡорттары” исемле бейеүҙәр бар.




