Плей-оффтың тәүге этабында яҡташтарыбыҙ Силәбенең «Трактор» клубы менән осрашты һәм серияла 4:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Бөгөн «Өфө-Арена»ла уҙған бишенсе уйында юлаевсылар индергән 3 шайбаға дәғүәселәр 2 гол менән яуап ҡайтара алды.
Еңеү шайбаһын Маркус Гранлунд уйын аҙағында буллитта индерҙе. Киләһе этапта Башҡортостан клубы Ҡазандың «Аҡ Барс» йәки Омскиҙың «Авангард» командаһы менән көс һынаша.




