Радий Хәбировҡа Өфөләге вуз-ара студент кампусы концепцияһы тәҡдим ителде

Биш мең кешегә иҫәпләнгән күләмле проектты Дим районында урынлаштырыу ҡарала. Ул студенттар, уҡытыусылар һәм йәш ғалимдар ятағын, лабораториялы тикшеренеүҙәр корпусын, технопарклы тәжрибә полигонын, медицина һәм спорт комплекстарын үҙ эсенә ала.

Кәңәшмәлә Өфө архитекторҙары Александр Сафаров менән Тәнзилә Дулатоваларҙың концепциялары тикшерелде. Буласаҡ студент кампусы хромосома моделдәре һәм тамға стилистикаһының үҙенсәлекле дизайндарында тәҡдим ителде. Радий Хәбиров Өфө вуздары ректорҙары фекерҙәрен иҫәпкә алып проекттар өҫтөндә эшләргә, һуңынан тулыланған вариантты йәмәтселек иғтибарына сығарырға тәҡдим итте.

Фото №1 - Радий Хәбировҡа Өфөләге вуз-ара студент кампусы концепцияһы тәҡдим ителде

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ