306 подъезд тәртипкә килтереләсәк

Комплекслы ремонт программаһы сиктәрендә республикала 112 йорттоң подъезы төҙөкләндереләсәк. Күп фатирлы йорттарҙа эштәр башланған. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Йорттоң стенаһын буяуғанда көслө тауыш. Ләкин быға түҙерлек, тип билдәләй фатир хужалары. Достоевский урамындағы 60-сы йорт 1992 йылда һалынған. Төҙөкләндереү саралар күрелмәгән подъезда ремонт эштәре 5 мартта башланған.

Эшләйһе эштәр күп, йорттарҙың күбеһе стандарттарға яуап бирмәй. Әле подъездарҙың яртыһында ремонт башланған. Эш график буйынса бара, төбәк операторы көн дә тикшереп тора.

Булат Вәлитов, подрядсы ойошманың баш инженеры

Ә был йорттоң подъезын ремонтлауға хеҙмәткәрҙәр 20 февралдә тотона, әле эштәр тамамланыу алдында. Ғафури урамының 27 кәсер 1 йортонда ике йыл элек капиталь ремонт үтә. Ул ваҡытта лифт, электр селтәрҙәре яңыртыла. Күп фатирлы йорттарҙы комплекслы ремонтлау программаһы сиктәрендә стена-түбәләр штукатурланып буяла. Өр-яңы баҫҡыс яндауырҙары, йылы тәҙрәләр ҡуйыла. 9 ҡатлы йортто тәртипкә килтереү өсөн 914 мең һумдан ашыу аҡса бүленә. Яҡын арала кабель линиялары алмаштырыласаҡ. 1981 йылғы торлаҡта быға тиклем бындай күләмдәге ремонт эштәре башҡарылғаны булмай.

Подъездарҙы комплекслы ремонтлау темаһын аҙна башында үткән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров күтәргәйне.

Өфөлә 260 подъездың 125-ндә эш башланған. Баймаҡта подрядсы ойошма 33 подъездың 22-ндә эшкә тотона. Бәләбәй районы менән килешеүҙәр ошо көндә генә әҙер булған. Радий Фәрит улы киләһе аҙнала ремонт барышы буйынса төбәк операторҙан отчет биреүҙе һораны.

Фото №1 - 306 подъезд тәртипкә килтереләсәк

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ