Эш баҙарында. Өфөлә икмәк бешереүсе, тәрбиәсе, менеджер һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса хеҙмәт урындары тәҡдим ителә. Бөгөн мәшғүллек үҙәгендә бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар һәм йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы. Айырым йүнәлештәге йәрминкәләр даими үткәрелә, ә эш эҙләгән һәр кем өсөн үҙәк ярҙам итергә әҙер.
Эш эҙләргә килгән ҡатын-ҡыҙҙар үҙ проблемаһы менән уртаҡлашыуҙан тартына. Мәшғүллек үҙәгендәге йәрминкәлә береһе лә ниндәй хеҙмәт урыны табырға теләгәнен һөйләмәне. Ә эш биреүселәр киреһенсә, уңайҙан сығып үҙ компанияһын рекламаларға ашыҡты.
Риэлтор ойошмаһы юристар, менеджерҙар эҙләй. Ипотека ала алмаған кешеләргә кооператив аша аҡса юлларға вәғәҙәләгән компания хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына сиктәр юҡ.
Ә балалар баҡсаһында киреһенсә, эш хаҡын артыҡ үҫтереү мөмкинлеге юҡ, әммә бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға уңайлы. Сабыйын да шунда уҡ урынлаштыра ала. Мәҫәлән, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә яңы ғына асылған мәктәпкәсә учреждениеға музыка уҡытыусыһы, тәрбиәсе ярҙамсыһы, шәфҡәт туташы кәрәк, тәрбиәселәр штаты ла ҙур.
Йәштәргә һәм бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән йәрминкәлә эш эҙләүселәрҙән уны тәҡдим итеүселәр күберәк. Мәҫәлән, 7-се икмәк заводында күп вакансиялар буш. Был йыл башынан ойошторолған һигеҙенсе йәрминкә, сөнки пандемия ваҡытында улар ғәҙәттә онлайн үткәрелгән.
Йәрминкәлә хеҙмәт урыны эҙләүселәргә бушлай консультация уҙғарыла, кәрәкһә уҡыуға йүнлтелә. Үҙәк эш урыны юллаусыларға хеҙмәт урыны табыуҙан тыш, уларҙың артабанғы яҙмышын да күҙәтеп бара. Анастасия ветеринар клиникаға былтыр ноябрҙә урынлашҡан. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт урынын мәшғүллек үҙәге аша тапҡан. Ике ай стажировканан һуң уны штатҡа алғандар. Йәш белгес эше, уның шарттары менән дә ҡәнәғәт.
Сер түгел, бөтә донъяны ялмап алған сир арҡаһында хеҙмәт баҙары ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Әле республика мәшғүллек үҙәгендә 22 мең 666 асыҡ вакансия иҫәпләнә.
Рәмилә Исмәғилева






