Бөгөн Башҡортостан башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Бөгөн Башҡортостан башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, ҡеүәтле ойошмаларҙың етәкселәре лә, дәүләт эшмәкәрҙәре лә, ябай эшселәр ҙә. Әммә уларҙың бөтәһен дә уртаҡ сифат бәйләй – һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡ. Һеҙ барығыҙ ҙа тыуған республикабаҙҙың патриотттары, тине Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп. Юғары наградаға лайыҡ булыусыларҙың тәьҫораттарын БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
Табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, журналистар, сәхнә оҫталары. Залда төрлө һөнәр эйәләрен, төрлө быуын, милләт вәкилдәрен күрергә мөмкин. Бүләкләнеүселәрҙең исем-шәрифе һәр беребеҙгә яҡшы таныш. Мәҫәлән, легендар диктор Нәйлә Ғәләүетдинова. Шунда уҡ күҙ алдына Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының бар тарихы күҙ алдына баҫа. Йәки Салауат Кәримов. Был шәхестең исеме республикалағы һәр педагогҡа яҡшы таныш.
Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире, яҙыусы. Мин ғүмерем буйы Салауат исемен лайыҡлы йөрөтөргә тырышам, ә милли геройыбыҙ исемендәге орден тағы ла оло яуаплылыҡ өҫтәй, ти Салауат Ғайса улы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән 2018 йылда «Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы» тигән исем булдырылғайны. Абруйлы награда бөгөн Башҡортостанда тәүге тапҡыр журналист, «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Головҡа тапшырылды.
Бүләкләнеүселәр араһында бер ғаилә ағзалары ла бар. Мәҫәлән, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре Ғәлиә Мөхәмәтйәнова һәм журналист Мәүлиҙә Яҡупова. Апалы-һеңлеле билдәле шәхестәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте бөгөн Салауат Юлаев ордены һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы тигән абруйлы исем менән баһаланды.
Юғары дәүләт наградалары 6 тиҫтәгә яҡын хеҙмәт алдынғыһына тапшырылды. Бында илһөйәрҙәр йыйылған, һәр берегеҙ республиканың ышаныслы һәм ныҡлы киләсәге өсөн белемен дә, көсөн дә йәлләмәй. Пандемия шарттарында ла беҙ алға барабыҙ икән, был һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәт, тине Радий Хәбиров.
Бүләкләнеүселәр хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин, һәр береһенең яҙмышы Башҡортостан тарихы менән тығыҙ бәйле. Улар әйтеүенсә, юғары наградалар тағы ла яңы үрҙәргә дәртләндерә, яуаплылыҡ өҫтәй.
Рәмзиә Кәримова





