Өфөлә Александр Тюлькиндың йорт-музейында билдәле рәссам Рафаил Бураҡановтың күргәҙмәһе дауам итә

Экспозицияға талант эйәһенең төрлө йылдарҙа һәм жанрҙарҙа ижад иткән әҫәрҙәре ҡуйылған. Рәссам үҙе әйтеүенсә, уның әҫәрҙәренең барыһын да кешенең рухи донъяһы, тормош мәғәнәһе тураһында уйланыуҙар берләштерә. Күргәҙмә менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова танышты.

Уҙған быуат төҫтәрен һаҡлаған иҫке йорт. Уның тирә-яғын болоттар араһынан саҡ ҡына һарғайып торған ҡояш яҡтыртып, киләсәккә өмөт нурҙары уята. Танылған рәссам Рафаил Бураҡанов тормошҡа һөйөү менән баҡҡан ижадсы. Күркәм тәбиғәт күренештәре, тыуып үҫкән Мәләүез ҡалаһы йә иһә йәштән үҙ иткән Өфө урамдары булһынмы, һәр әҫәрендә рәссам үҙенә генә хас алымдар менән тормош асылы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарға күсә.

Күргәҙмәнең маҡсаты – бар әҫәрҙәремдең дә кеше тураһында уйланыуға ҡоролоуын, уның эске донъяһын, тормош мәғәнәһен һәм мәңгелек ҡиммәттәрҙе күрһәтеү ине. Дуҫтарым әйтеүенсә, ижади маҡсат үтәлгән.

Рафаил Бураҡанов, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы

Экспозицияла рәссамдың тыныс ҡына төҫтәрҙә яҙылған әҫәрҙәре менән бер рәттән сағыу һәм ҡуйы буяуҙар менән яҙылғандары ла урын алған. «Был донъя», «Ҡыҙыл ай», «Коридорҙағы рәссам портреты» кеүек картиналары тап ошо шәлкемдән. Ижадташ дуҫтары әйтеүенсә, Рафаил Бураҡанов һәр әҫәрендә мәңгелек ҡиммәттәр менән тормош миҙгелдәренең бер-береһенә үрелеп барыуына ирешә.

Баш ҡаланың Ағиҙел ярында урынлашҡан тарихи йорт күптән инде рәссамдарҙың яратҡан урынына әйләнгән. Һәр кесе йома музейҙа күмәкләп һүрәт төшөрөү көнө лә. Шуға ла ҡыл ҡәләм оҫталары экспозиция авторы тураһында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашып ҡына ҡалмай, аҡ ҡағыҙ биттәрендә Рафаил Нурый улының портретын да һынландырҙы. Рәссам үҙе лә Ер йөҙөнә яҙ һулышы һибелергә торған илаһи мәлдә яңы ижади пландар менән яна.

Фото №1 - Өфөлә Александр Тюлькиндың йорт-музейында билдәле рәссам Рафаил Бураҡановтың күргәҙмәһе дауам итә

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ