Улар транспорт һәм экология хәлен һиҙелерлек яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк ти белгестәр. Интернациональ урамынан Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер, Салауат Юлаев проспектын төҙөүҙе дауам итеү, Кузнецов Затоны биҫтәһенән Аэропорт юлына сығыу өсөн йылға аша тағы бер күпер төҙөү һәм башҡа обьекттар ҡаралған.







