Континенталь хоккей лигаһында плей-офф барышында Өфөлә “Салауат Юлаев” һәм “Трактор” араһында бишенсе уйын үтте. Был осрашыу юлаевсылар файҙаһына 3-2 иҫәбенә тамамланды. Шулай итеп, Өфө хоккейсылары серияла дүрт тапҡыр еңеү яуланы һәм Көнсығыш конференцияла ярым финалға сыҡты. “Салауат Юлаев” командаһының баш тренеры Томи Ламса серияла аҙаҡҡы уйынға ошондай баһа бирҙе.
Көнсығыш конференцияның ярым финалында юлаевсыларҙың дәғүәсеһе әле билдәле түгел. Магнитогорскиҙан “Металлург” һәм Нур-Солтандан “Барыҫ” араһындағы сериянан һуң бөтә парҙар асыҡлана.




