Благовещендағы йылдам үҫеш биләмәһендә яңы завод була

Фото №1 - Благовещендағы йылдам үҫеш биләмәһендә яңы завод була

Унда ПВХ һәм алюминийҙан төҙөлөш конструкциялары етештереү ҡарала. “Инвестиция сәғәте”ндә ошондай проект тәҡдим ителде. Инвестиция күләме - 300 миллион һум. Бизнес-планға ярашлы, 100-гә яҡын яңы эш урыны булдырыла. Әҙер продукция әкренләп республика баҙарында сит төбәктәрҙән килтерелгән конструкцияларҙы алмаштыра аласаҡ. Фекер алышыуҙан һуң, проект “Благовещен” индустриаль паркы резиденты исемлегенә индерелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ