Күп функциялы үҙәктә кафе, ҡунаҡхана, көнкүреш хеҙмәтләндереү пункты, туҡталҡа һәм автосервис була. Ул М-5 “Урал” федераль трассаһы буйында урынлаша. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, инвесторҙар менән йәнле аралашыуға әйләнеп ҡайтыу проекттар буйынса ентекле фекер алышыу һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге бирә.






