Былтыр коронавирус пандемияһы сәбәпле үҙгәреш булғайны. Быйыл 9-сы кластар ике фән буйынса төп дәүләт имтиханын мотлаҡ тапшырырға тейеш. Республика буйынса Мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәге етәксеһе Рөстәм Рәмов “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия” тапшырыуында шул турала белдерҙе.
11-се кластар өсөн Берҙәм дәүләт имтиханына килгәндә, быйыл ваҡытынан алда тапшырып булмай. Төп осор 31 майҙан 2 июлгәсә тәғәйенләнгән. Аҙаҡ өҫтәмә ваҡыт бирелә. Рөстәм Рәмов дауам итә.
Март аҙағынан сығарылыш уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса онлайн-консультациялар уҙғарыла башлай.




