Башҡортостан депутаттары балаларға митингта ҡатнашыуҙы тыйырға ниәтләй

Фото №1 - Башҡортостан депутаттары балаларға митингта ҡатнашыуҙы тыйырға ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон проекты әҙерләнә. Уға ярашлы, бәлиғ булмағандарҙы рөхсәт ителмәгән митингтарға һәм экстремистик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү тыйыла. Һуңғы ваҡытта илдә үҫмерҙәрҙең күмәк халыҡ йыйылған сараларҙа ҡатнашыуы күҙәтелә. Бындай йыйылыштарҙы үткәреү күп осраҡта рөхсәт ителмәй. Балаларҙы санкцияланмаған митингтарға йәлеп итеү уларҙың именлеген хәүеф аҫтына ҡуя.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ