Республикала “Һөт кухняһы” кибеттәрендә күберәк аҙыҡ-түлек алырға була

Фото №1 - Республикала “Һөт кухняһы” кибеттәрендә күберәк аҙыҡ-түлек алырға була

Сауҙа министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алты таратыу пунктында һөт ризыҡтарынан тыш, бутҡа, һут, йәшелсә, емеш һәм ит иҙмәһе, шулай уҡ гигиена әйберҙәре һатыла. Бындай кибеттәр Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Ассортиментты байытыу халыҡ үтенесе буйынса башҡарылған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ