Башҡортостанда былтыр экспортҡа булышлыҡ итеү өсөн 165 миллион һум бүленгән

Фото №1 - Башҡортостанда былтыр экспортҡа булышлыҡ итеү өсөн 165 миллион һум бүленгән

Был аҡсаға ойошма һәм эшҡыуарҙарҙың транспорт сығымы ҡапланған, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан. 60 компания һәм 42 эшҡыуарға субсидия бирелгән. Бынан тыш, “экспорт кэшбэк” тигән программа булдырылды. Тауарын сит илгә һатып килем алған ойошмаға республика бюджетынан 10 процент өҫтәп түләнә. Әле Башҡортостанда 1 меңгә яҡын компания һәм эшҡыуар экспорт менән шөғөлләнә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ