Йылылыҡты иҫәпләү системаһы яңыртылырға тейеш

Был турала Радий Хәбиров бөгөн «Управдом» республика форумында белдерҙе. Сарала Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, торлаҡ-коммуналь, ресурс ойошмалары вәкилдәре, фатир хужалары ҡатнаша.

Форумда республика башлығы белдереүенсә, 2020 йыл тотош илдә һәм Башҡортостанда ҡаты сикләүҙәр аҫтында уҙҙы, халыҡ менән осрашыуҙар кисектерелде. Аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы ошо күренеш менән дә бәйле.

Хәҙер муниципаль берәмек етәкселәренә торлаҡ-комуналь системалағы һорауҙар буйынса осрашыуҙарҙы яңынан тергеҙеү бурысы ҡуйылған. Сөнки халыҡты борсоған проблемалар күп, уларҙы тикшереү, хәл итеү талап ителә. Икенсенән, йылылыҡ буйынса түләү шарттарының үҙгәреүен дә аңлатыу мотлаҡ. Элек хаҡ 12 айға бүленһә, хәҙер иҫәпләшеү йылытыу миҙгеленә генә тура килә. Әлбиттә, йылытыу системаһы ла яңыртыу талап итә, күп етешһеҙлектәр ҡоролмаларҙың иҫкереүе менән бәйле.

«Управдом» форумын киләсәктә квартал һайын уҙғарыу планлаштырылған. Ул көнүҙәк проблемаларҙы асыҡлау, хәл итеү майҙанына әүерелергә тейеш. Республика форумы сиктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ күргәҙмәһе лә эшләй. Залда заманса технологиялар, төҙөкләндереү проекттары менән танышырға мөмкин. Радий Хәбиров экспозицияларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты, системаны яңыртыу маҡсаты торғанда был бик мөһим.

Фото №1 - Йылылыҡты иҫәпләү системаһы яңыртылырға тейеш

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ