Ғәҙәттән тыш хәл 5 мартта Красная Башкирия мәктәбенең Һамар ауылы филиалында теркәлгән. Тәфтиш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул көндө киске сәғәт 5-тәр тирәһендә бер ҡатлы биналағы кабинеттарҙың береһендә түшәм плитәһе емерелеп төшә.
Бәхеткә күрә, балалар өйҙәренә ҡайтып киткән була. Әле тәфтишселәр осраҡ буйынса тикшереү уҙғара. Уның һөҙөмтәһе буйынса мәктәп бинаһын ҡарау һәм файҙаланыу, уҡыу процессын ойошторғанда уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн яуаплы вәкилдәрҙең эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк.
Илдар Байбулатов




